Баш архитектура идаралығы Ленин районында ике яңы урам буйынса фекер өйрәнә. Тауыш биреү ҡала хакимиәте сайтында ойошторолған, ул 17 мартҡа тиклем бара. Урамдарға Мәстүрә Сакаева һәм Рәшит Шәкүр исемдәрен бирергә тәҡдим ителә. Мәстүрә Сакаева Социалистик хеҙмәт Геройы, Башҡорт АССРының атҡаҙанған табибы була. Рәшит Шәкүр - билдәле башҡорт шағиры, яҙыусы, ғалим, йәмәғәт эшмәкәре.




