Быйылғы ҡыш Рәсәй метеокүҙәтеүҙәр тарихында икенсе иң йылы ҡыш иҫәпләнә

Федераль гидрометеоүҙәк етәксеһе Роман Вильфанд ошо турала белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, 2019-2020 йылғы ҡыш быйылғыһынан йылыраҡ булған. Илдең бөтә биләмәләрендә даими метеокүҙәтеү 1891 йылдан алып барыла.  Ҡыш йылы килеү сәбәпле быйыл республикала талпандарҙың иртәрәк уяныуы көтөлә. Шулай уҡ Башҡортостан хужалыҡтары ҡара сиңерткәнән зыян күреүе ихтимал. Бөжәктәрҙең артыуы фаразлана. Ҡара сиңерткә менән көрәшеү маҡсатында төбәктәрҙә махсус отрядтар ойоштороу ҡарала.

Фото №1 - Быйылғы ҡыш Рәсәй метеокүҙәтеүҙәр тарихында икенсе иң йылы ҡыш иҫәпләнә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ