Иглин районында милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу барышы тикшерелде


Унда эш сәфәре менән Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор Алексей Касьянов булды. Мөһим йүнәлештәрҙең береһе - «Һаулыҡ һаҡлау» федераль милли проектын ғәмәлгә ашырыу тора. Мәҫәлән, һуңғы дүрт йылда Иглин районында 11 фельдшер-акушерлыҡ пункты асылған. Ә былтыр 8 бригадаға иҫәпләнгән яңы ашығыс ярҙам подстанцияһы сафҡа ингән. Уның яуаплылыҡ зонаһына- М-5 “Урал” трассаһы участкаһының бер өлөшө инә, шулай уҡ бик күп сәнәғәт һәм социаль объекттар ҙа ҡарай. “Мәғариф” милли проектына килгәндә, Иглин ауылында меңдән ашыу уҡыусыға иҫәпләнгән яңы мәктәп асылды. Эш сәфәре барышында Алексей Касьянов урындағы халыҡты шәхси һорауҙар буйынса ла ҡабул итте.


Район үҫеш юлында, был муниципалитеттың бюджеты, инвестицияларҙы йәлеп итеү буйынса ла күренеп тора. Былтыр, мәҫәлән, миллиард ярым һумға яҡын аҡса йәлеп ителгән. Урындағы халыҡтың да йәшәү шарттары яҡшыра.

Алексей Касьянов, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле аппаратының Башҡортостан буйынса баш федераль инспекторы
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ