Туймазы районында профсоюздар отчет-һайлау конференцияһы үтте


Туймазы районында дәүләт учреждениелары һәм йәмәғәт хеҙмәтләндереүе хеҙмәткәрҙәренең Дөйөм Рәсәй профессиональ союзының территориаль ойошмаһы отчет-һайлау конференцияһы уҙғарҙы.

Сарала ойошманың былтырғы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды, көнүҙәк һорауҙар ҡаралды. Әлеге ваҡытта Туймазы территориаль ойошмаһы 2 меңдән ашыу кешене берләштергән 20 беренсел профсоюзды үҙ эсенә ала. Район хакимиәте ойошмалар профсоюздары менән берлектә һөнәри үҫеш, кадрҙар потенциалын үҫтереү һәм социаль партнерлыҡты нығытыу өсөн уңайлы шарттар булдырыу өҫтөндә эшләй. Хеҙмәтте һаҡлау һәм социаль гарантияларҙы тәьмин итеү мәсьәләләренә айырыуса иғтибар бүленә. Конференцияла муниципалитет һәм профсоюздар алдында торған дөйөм бурыстар ҙа тикшерелде. Быйыл Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығы билдәләнә, һәм был юбилей датаһын лайыҡлы кимәлдә үткәреү, һуғышта ҡатнашыусыларға, тыл хеҙмәтсәндәренә һәм һуғыш балаларына айырым иғтибар биреү, шулай уҡ мемориалдарҙы һәм обелисктарҙы төҙөкләндереү бурысы ҡуйылды. Конференцияла профсоюз ойошмаларының иң яҡшы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде, ә иң иҡшы профсоюз ойошмаһы тип Серафим балалар йорто-интернаты коллективы танылды.


Конференцияла профкомдың яңы составы һайланды. Ойошманың рәйесе итеп быға тиклем дә эшләп килгән һәм яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән Хәфис Ғәзизов тәғәйенләнде. Беҙ уларға уңыштар һәм яңы үрҙәр теләйбеҙ!

Иршат Ниязғолов, Рәсәйҙең дәүләт учреждениелары һәм йәмәғәт хеҙмәтләндереүе хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан республика ойошмаһы рәйесе
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ