Өфө дәүләт нефть техник университеты уны тәүге тапҡыр 2020 йылда үткәрә башлай. Биш йыл дауамында саңғы ярыштары берләшеү һәм дуҫлыҡ символына әүерелә. Африка, Латин Америкаһы һәм Азия илдәренән килгән студенттар тәүге тапҡыр аҡ ҡарҙы күреп саңғыға баҫа. Йәштәр был спорт төрө менән етди шөғөлләнеп ректорат командаһы менән ярышҡа сығырға йөрьәт итә. Юғары уҡыу йорто ректоры Олег Баулин саҡырыуҙы хуплай, уҡытыусылар һәм студенттарҙың даими күнекмәләре башлана.
Өфө дәүләт нефть техник университетының заманса трассаһында ярыштарҙа Антарктиданан башҡа Ер шарының бөтә ҡитғаларынан да йәштәр ҡатнашты. Бынан тыш, баш ҡала техникум һәм колледж студенттары, мәктәп уҡыусылары - буласаҡ абитуриенттар университеттың партнер ойошмалары хеҙмәткәрҙәре менән саңғы спортында эстафетала команда ярыштарында көс һанашты. Көслө, йәштәр командалары еңеү пьедесталына күтәрелде. Уларға бағыусыларҙан иҫтәлекле бүләктәр һәм миҙалдар тапшырылды. Халыҡ-ара ҡышҡы уйындарҙы хис-тойғолар фестивале лә тип атарға мөмкин.Университет ашнаҡсылары ҡойған тәмле ҡоймаҡтар менән һыйланыу йәш спортсыларға көс өҫтәне, саф һауала ойоштороған концерт берҙәмлек һәм дуҫлыҡ хистәрен нығытты.



