Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров яҙҙың иң күркәм байрамдарының береһе - 8-се март уңайынан республика ҡатын-ҡыҙҙарын тәбрикләне. Өфөлә үткән тантаналы ултырышта гүзәл заттарға дәүләт наградалары тапшырылды. Радий Хәбиров, ныҡлы һәм ышаныслы тыл ойоштороусы, иҡтисадты үҫтереүсе, ғаилә терәге булып торған ҡатын-ҡыҙҙарға оло рәхмәтен еткерҙе. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған тантаналы ултырышта ҡатнашыусы гүзәл заттарҙы ир-егеттәр сәскә менән ҡаршы алды. Төрлө һөнәр эйәләре һәм милләт вәкилдәре булған, төрлө йәштәге ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәр береһе байрамда айырым тантана кисерә.
Тәбрикләнгән ҡатын-ҡыҙҙар араһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы гүзәл заттар, шулай уҡ тыл шарттарында ир-егеттәргә ярҙам акцияһын ойоштороусы әсәйҙәр ҙә бар ине. Архангел районынан Рәмилә Бәширова махсус хәрби операциянан дүрт улын көтә.
Табип, уҡытыусы, психолог, юрист, ғалим, һауынсы, почтальон, завод эшсеһе. Ҡатын-ҡыҙҙар ниндәй генә тармаҡта эшләмәһен, тормоштоң йәме, матур һәм сағыу бер өлөшө булып ҡала. Радий Хәбиров Башҡортостанда өлгө булырлыҡ әсәләр, һоҡланғыс ғаиләләр күп булыуын билдәләне. Төбәктә « Әсәлек даны» миҙалына ғына 9 мең ҡатын-ҡыҙ лайыҡ.
Төбәк етәксеһе ил өсөн еңел булмаған осорҙа республика ҡатын-ҡыҙҙары ныҡлы һәм ышаныслы тыл, иҡтисад этәргесе, милләт әсәһе булып тора тип оло рәхмәтен еткерҙе. Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөндә изге теләктәр һәр бер гүзәл затҡа еткерелде.
Флорида Ким




