Бөгөн Илеш районы гүзәл заттарын «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхете биләмәһе» асыҡ академияһы берләштерҙе. Республика проекты буйынса Үрге Йәркәй ауыл мәҙәниәт йортонда ойошторолған сараға 600-ҙән ашыу кеше, шул иҫәптән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ҡатындары һәм әсәләре йыйылды.
Ҡатын-ҡыҙҙарға үҙен уңайлы мөхиттә тойоу, һәләттәрен асыу, төрлө белгестәрҙән кәңәш алыу мөмкинлеге биргән бындай сара Башҡортостан башлығы гранттары фонды ярҙамында үтә. Илештәге сара сәләмәтлек, матурлыҡ, ғаиләләге мөнәсәбәттәр тураһында көнүҙәк темаларға лекциялар менән бай булды. Мәҫәлән, табип-диетолог Регина Доктор тиҙ, хәүефһеҙ ябығыу тураһында һөйләһә, Ләйсән Николаева үҙенең эшҡыуарлыҡ өлкәһендәге тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Гүзәл заттар бер урында сәстәренә прическа, икенсеһендә макияж эшләтте, республиканың алдынғы табиптарына ла ҙур сират теҙелде. Ғөмүмән, ҡатын-ҡыҙҙар бар донъя мәшәҡәттәрен онотоп, үҙҙәренә матур ял алды.
Сара барышында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары буйынса брифинг ойошторолдо. Финанс, медицина, социаль һәм юридик ярҙам тураһында һорауҙарға төрлө министрлыҡтар һәм ведомстволар вәкилдәре яуап бирҙе. Айырыуса иғтибар уҡытыусыларҙы һәм табиптарҙың белемен камиллаштарыуға йүнәлтелде.



