«Башҡортостан» полкының танкистары йәшерен позицияларҙан һөжүм итә


Яҙғы юлһыҙлыҡ, һауа шарттары, көн тимәй, төн тимәй танкистар дошманды артҡа сигендерә. «Башҡортостан» полкының Сергей Зорин исемендәге танк батальоны яугирҙары тура төҙәүгә сығып, йәшерен позицияларҙан да нацизм ҡалдыҡтарын тар-мар итә. Сираттағы задание алдынан экипаж ағзалары менән беҙҙең хәрби хәбәрселәр ҙә күрешеп өлгөрҙө. Танкистар эше тураһында Луганск халыҡ республикаһынан Айнур Кәбиров репортажы.

Был сигналдар ишетелгәндә япма аҫтында ҡалыуың хәйерлерәк. Булат телгә килгән икән, тимәк күк йөҙө бысраҡ һәм дошман ҡоштары һунарға сыҡҡан. Дрондетектор дүрт бүлек күрһәтә. Йәғни камикадзелар бик бейектә түгел. Бер аҙ көттөргәндән һуң күк йөҙө таҙарҙы тигән команда килә һәм ҡеүәтле танк капонирҙан сығып йәшерен позицияға юллана.

Тура төҙәүгә сыҡҡанда башлыса Т-80 танкы ҡулланыла. Ә бына йәшерен позицияларҙан атыу өсөн армия флагманы Т-90 м «Прорыв» отошло. Төҙ атыусы техника артиллерия булараҡ файҙаланыла.

Атыу менән танк кирегә көтөү районына юллана. Яҙ айҙары башҡа төр техникала йөрөү өсөн бәләгә әйләнһә, туҡһанынсылар диңгеҙҙәге карап кеүек йөҙә. Дошман дрондары ҡыуып етмәһен өсөн был мөһим күрһәткес, ти танк командиры «Сәит».

«Сәит» тә алғы һыҙыҡтағыларҙы алмаштырырға әҙерләнә. Танк ентекле тикшерелә, йылытыла һәм бар системалағы майҙар ҡыуыла. Экипаж ҡатын-ҡыҙҙарын байрам менән ҡотлап өлөгә һәм хәрби заданиеға юллана.

Айнур Кәбиров

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ