Мәрйәм Солтанова исемендәге ислам колледжы яугирҙарға ярҙам итә


Диндарҙар һәм шәкерттәрҙән тыл ярҙамы. Мәрйәм Солтанова исемендәге ислам колледжы етәкселеге диндарҙар ярҙамы менән махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙарға фронтта үтемле техника, дарыуҙар, хәләл аҙыҡ-түлек менән ярҙам итә. Илебеҙҙең һәм халҡыбыҙҙың берҙәмлеген нығытыу буйынса үтәлгән изге ғәмәлдәр хаҡында ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.

Колледж бинаһы алдына килеп туҡтаған «Нива» автомобиле тиҙҙән гуманитар ылау менән алғы һыҙыҡҡа махсус хәрби операция биләмәһенә ебәреләсәк. Раритет һаналған техникаға ирекмән-механиктар ярҙамы менән тулыһынса тикшереү үткәрелгән. Лампочкалар, тармблер, ҡабыҙыу катушкаһы, аккумулятор, двигатель торошо яҡшы, май алмаштырған, ти механиктар.

Ҡатмарлы фронт юлдарында ышаныслы техника яугирҙар үтенесе буйынса диндарҙар тырышлығы менән һатып алынған.»Нива» автомобиле алғы һыҙыҡҡа буш бармаясаҡ. Уның эсендә яугирҙарға хәләл тушенкалар һәм хөрмә емештәре ебәрелә.

Мәрйәм Солтанова исемендәге ислам колледжын тамамлаусылар араһында ла ҡулына ҡорал алып Ватан һағына баҫыусылар бар. Омск ҡалаһы һәм өлкәһе мөхтәсибе Руслан Вахитов штурмлаусы полкта алыша, яуҙарҙың береһендә шәһит була. Вафатынан һуң «Батырлыҡ» ордены менән бүләкләнә. Шәкерттәр алғы һыҙыҡта ватанды һаҡлаусыларға тиҙерәк еңеү теләй.

Шәкерттәр һәләк булған яугирҙар рухына, хәҙерге ваҡытта алғы һыҙыҡта Рәсәйҙе нацистарҙан һаҡлаусы егеттәрҙең именлегенә доға ҡылды.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ