Өфөлә Мәжит Ғафуриҙың йорт-музейында «Башҡорт әҙәбиәте ынйыһы» күргәҙмәһе асылды


Ул Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты, яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған. Яҙыусы 1905 йылдың 5 мартында Һамар губернаһы Николаевск өйәҙенең Хәсән ауылында тыуған. Сәйәси золом ҡорбаны бай әҙәби мираҫ ҡалдырған. - «Ырғыҙ», «Айбикә», «Башаҡтар тулҡыны», «Ялҡынлы йылдар», «Һырға һабағы» һәм «Мораҙым».

Экспозицияла уның китаптары, фотоһүрәттәре, шулай уҡ яҙыусының тормошо һәм эшмәкәрлеге менән бәйле үҙенсәлекле артефакттар тәҡдим ителгән.

Сарала ҡатнашыусылар көнсығышта ҡатын-ҡыҙҙар араһында беренсе роман яҙған Һәҙиә Дәүләтшина тураһында иҫтәлектәре менән бүлеште. Яҙыусы Мөкәрәмә Садиҡоваға романсы менән бер поезда Мәскәүгә барырға тура килгән, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Гүзәл Ситдиҡова иһә Һамар өлкәһенә ижади сәфәре ваҡытында уның туғандары менән күрешеп, ул йәшәгән йорт нигеҙен табып ҡайтҡандан һуң «Һәҙиә» поэмаһын тамамлаған.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ