«Салауат Юлаев» хоккейсыларының Алыҫ Көнсығышҡа сәфәре уңышлы тамамланды.


8 мөмкинлектән 8 мәрәй. «Салауат Юлаев» хоккейсыларының Алыҫ Көнсығышҡа сәфәре уңышлы тамамланды. Бөгөн юлаевсылар Хабаровскиҙың «Амур» клубы менән икенсегә осрашты.

Тәүге осорҙа командалар иҫәпте аса алманы, әммә тәнәфестән һуң хужалар Олег Ли тырышлығы менән тәүге шайба индерҙе. Был ваҡытта дәғүәселәр аҙсылыҡта уйнай ине. Өсөнсө осор уртаһында Скотт Уилсон иҫәпте тигеҙләне. Форвард быйылғы миҙгелдә унынысы тапҡыр уңышҡа өлгәште. Уйындың яҙмашы овертаймда хәл ителде. Александр Хмелевскийҙың голы юлаевсыларға 2-1 иҫәбе менән еңеү килтерҙе. Шулай итеп Виктор Козлов тәрбиәләнеүселәре 85 мәрәй менән Көнсығыш конференцияһында икенсе урынында ҡалды. Киләһе уйынын яҡташтарыбыҙ 13 мартта үҙ боҙонда Мәскәүҙең «Динамо» командаһы менән үткәрә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ