Бөгөн Мәскәүҙә үткән матбуғат конференцияһында Сәйәси мәғлүмәт үҙәге доклады тәҡдим ителде. Унда Рәсәй төбәктәренең махсус хәрби операцияға йәлеп ителеүе тураһында һүҙ бара. Эксперттар операцияға күрһәтелгән ярҙамды, урында ойошторолған сараларҙың сифатын баһалаған. Төбәк башлыҡтарының был эштәрҙә ҡатнашыуы, яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә тәғәйенләнгән ярҙам иғтибарға алынған. Доклад барышында әүҙем төбәктәр рейтингы төҙөлгән. Унда 15 субъект ингән. Тәүге өс лидер араһында Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһе, Санкт-Петербург һәм Ленинград өлкәһе һәм Башҡортостан. “Мин Башҡортостан моделен өйрәндем. Унда мобилизацияланған һәм контракт буйынса хеҙмәт итеүселәрҙе тәьмин итеү инфраструктураһы булдырылған. Республика хәрбиҙәрен гуманитар ярҙам менән тәьмин итеү өсөн Луганскиҙа логистика үҙәге ойошторған. Адреслы ярҙам айырыуса һөҙөмтәле”, - тип белдергән сәйәси мәғлүмәт үҙәге генераль директоры Алексей Мухин. Башҡортостан башлығы республика яугирҙары менән даими осрашып тора. Радий Хәбиров бер нисә тапҡыр махсус хәрби операция биләмәһенә барҙы.
Марсель Фархетдинов Өфөлә концерт директоры була. Бөгөн “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы яугиры, “Певец” ҡушаматын алған. Алғы һыҙыҡта күрһәткән батырлығы өсөн Генерал Шайморатов ордены менән бүләкләнгән. “Республикабыҙ яугирҙарҙы даими хәстәрләй”, - ти “Певец”.
Беҙҙең республикала “Башҡортостан геройҙары” тигән программа старт алды. “Ватанды һаҡлаусылар өсөн бындай программа ойоштороуҙы хуплайбыҙ. Ул яуаплы мәлдә илде яҡларға барған кешеләрҙе үҫтерергә, һәләттәрен асырға мөмкинлек бирергә тейеш”, - ти Башҡортостан хәрби бәрелештәр инвалидтары берлеге рәйесе, республика парламенты депутаты Әлфит Ниғмәтйәнов.
“Ил Президенты ҡушыуы буйынса “Геройҙар дәүере” федераль проектын киңәйтәбеҙ”, - ти “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филиалы рәйесе Гөлнур Ҡолһарина.
Проектта ҡатнашыу өсөн герои башкортостана.рф сайтында теркәлергә кәрәк. Яугирҙар анкета тултырырға, эссе яҙырға, онлайн тест һәм әңгәмә үтергә тейеш. Бынан һуң квалификацияны күтәреү курсы асыла.
Башҡортостан яугирҙары ҡуйылған бурыстарҙы намыҫ менән үтәй. Улар махсус хәрби операция биләмәһендә көн һайын батырлыҡ ҡыла. “Бөгөн алғы һыҙыҡта булған һәр кемгә рәхмәт белдерәм. Һәр яугир Башҡортостандың ысын геройҙар атайсалы булыуын иҫбатай”, - тине Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров.
“Хәрби антына тоғро ҡалған һәм батырҙарса һәләк булғандар бер ҡасан да онотолмаясаҡ”, - тине Радий Хәбиров.




