Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ҡотлогилде Төхвәтуллиндың дәһшәтле йылдар хәтирәләре менән уртаҡлашты

Еңеү яҙын Берлиндан етмеш саҡрым алыҫлыҡта ҡаршы алып, тотҡонлоҡта булған бер төркөм яҡташтарын үлемдән ҡотҡарған. Әбйәлил районы Мәхмүт ауылынан Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ҡотлогилде Төхвәтуллиндың дәһшәтле йылдар хәтирәләре - БЮТ ижади төркөмө әҙерләгән репортажда.

Бәләкәй генә буйлы 17 йәшлек үҫмер ныҡышып тигәндәй хәрби әҙерлек курстарына яҙыла, унан һуң үҙ теләге менән фронт һыҙығына юллана. Ҡотлогилде Төхвәтуллин 210-сы гвардия уҡсылар полкы составында рядовой булып хеҙмәт итә. Ауыр хәрби ҡоралдарҙы йөкмәп фашистарға ҡаршы алышырға тура килә уға.

Ҡотлогилде Төхвәтуллин бик күп ҡалаларҙы азат итеүҙә ҡатнаша. Еңеүҙе Германия биләмәһендә ҡаршылай. Тотҡонда булған совет һалдаттарын да ҡотҡарған.

Ҡотлогилде Ғәфиәт улы һуғышта күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн ике тиҫтәгә яҡын орден-миҙал менән бүләкләнгән. Тыуған яғы - Әбйәлил районына 1949 йылда ғына ҡайта. Башта Магнитогорск ҡалаһында янғын һүндереүсе булып эшләһә, һуңынан хеҙмәт юлын колхозда дауам итә.

Ҡотлогилде Төхвәтуллин һуғыштан ҡайтҡас та, ғаилә ҡороп, дүрт бала тәрбиәләп үҫтергән. Бөгөн ҡыҙы ҡарауында йәшәй. Сал сәсле яугирҙың хәтере яҡшы, «дәһшәтле йылдарҙы оноторлоҡ түгел,» -ти ул. Бөйөк Еңеү көнө яҡынлашыу менән һуғышта булған ваҡиғаларҙы тағы ла йышыраҡ иҫенә төшөрә.

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ