«Айыҡ ауыл» республика фестивале буйынса тормошҡа ашырылған финалда быйыл Борай районынан Алтай ауылы ҡатнаша. Ошо маҡсатта урында төрлө осрашыуҙар, мәҙәни-спорт саралары ойошторола. Әлеге байрамда Башҡортостан район-ҡалалары фольклор коллективтары менән бергә, күрше Удмурт республикаһы һәм Пермь крайы вәкилдәре лә ҡатнашты. Күптән түгел, Борай районынан делегация Ижескиға ла барып ҡайтты. Яҡтар милләт-ара дуҫлыҡты һаҡлау, төбәк-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
Ә Тәтешле районында «Башҡорт кенеше» төбәк-ара форумы үтте. Ул Удмурт республикаһы делегацияһы ҡатнашлығында уҙҙы. Ҡунаҡтар билдәле башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡорой исемендәге гимназияның уҡыу-уҡытыу программаһы менән танышты, район үҙәгенең «Знамя» кинотеатрын ҡараны. «Айыҡ ауыл» республика конкурсы тәжрибәһен өйрәнде. Быйыл Тәтешле районынан финалға Бәләкәй Бәлзүгә ауылы сыҡҡан. Форумда «Милләт һаулығы: этник традициялар һәм заманса алымдар» тип исемләнгән түңәрәк өҫтәл дә ойошторолдо. Фекер алышыу барышында сәләмәт йәшәү рәүешен үҫтереүгә һәм формалаштырыуға йүнәлтелгән мәҙәни саралар билдәләнде, резолюция ҡабул ителде. Осрашыу Удмуртияның Шарҡан районы һәм Башҡортостандың Тәтешле районы артистарының дуҫтарса концерты менән тамамланды.




