Өфөләге Көрәш һарайы илдәге иң яҡшы спорт комплекстарының береһе


Бөгөн бында тағы ла бер ҙур турнир - грек-рим көрәше буйынса 21 йәшкә тиклемгеләр араһында Рәсәй беренселеге башланды. Ул Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемен йөрөтә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә Рәсәй спорт министрлығы һәм спорт көрәше федерацияһы президенты Михаил Мамиашвилиға республикабыҙҙы ошондай мөһим сара үткәреү урыны итеп һайлағандары өсөн рәхмәт белдерҙе.

Өфөлә Рәсәйҙең иң көслө, иң һәләтле йәш спортсылары - Рәсәйҙең 54 төбәгенән 365 кеше йыйылды. Башҡортостан исеменән беренселектә 18 кеше сығыш яһай. Республикабыҙҙа көс көрәше менән 5 меңдән ашыу көрәшсе шөғөлләнә. Спортсыларыбыҙҙың уңыштары, беҙ ҡабул иткән ҙур турнирҙар тағы ла күберәк балаларҙы спортҡа килергә этәрә. Ә был-беҙҙең төп бурысыбыҙ. Барығыҙға ла уңыштар һәм матур еңеүҙәр теләйем!, тип яҙған Башҡортостан башлығы.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ