Хәйбулла районы Аҡъяр үҙәк район дауаханаһы белгестәре халыҡҡа күсмә диспансер тикшереү үткәрҙе


Ауыл кешеләренең һаулығы даими табиптар күҙәтеүендә. Хәйбулла районы Федоровка ауылында Аҡъяр үҙәк район дауаханаһы белгестәре халыҡҡа күсмә диспансер тикшереү үткәрҙе. Төпкөлдә йәшәгән ауыл кешеләренә заманса медицинаның яҡынайыуы хаҡында киләһе яҙмала.

Медицина хеҙмәткәрҙәре десанты Федоровка ауылына «Айыҡ ауыл» конкурсын ойоштороусылар саҡырыуы буйынса килгән . Ауыл халҡын терапевт, хирург, отоларинголог, акушер-гинеколог, ультратауыш диагностикаһы табиптары ҡабул итте.

Акъяр үҙәк район дауаханаһы коллективына буласаҡ фельдшерҙар, Сибай медицина колледжының 4-се курс студенттары ла ҡушылған. Улар электрокардиограмма үткәрергә , пациенттарҙан анализ алырға ярҙамлашты.

Табиптар һәр пациентты иғтибар менән тыңланы, кәрәкле тикшереүҙәр үткәрҙе һәм артабан дауалау буйынса тәҡдимдәр индерҙе. Ҡайһы берҙәренә үҙәк дауаханала тикшеренеү үтеү өсөн йүнәлтмәләр ҙә тапшырылды. Диспансеризация көнөндә Федоровка ауылының алты тиҫтәнән ашыу кешеһе үҙ һаулығын тикшереү мөмкинлегенән файҙаланып медицина анализдары ла бирҙе..

Бындай күсмә медицина тикшеренеүҙәре тәү сиратта алыҫ араға йөрөй алмаған өлкән йәштәгеләргә уңайлы. Бынан тыш төпкөлдә йәшәгән пациенттарҙа сирҙәрҙе иртә асыҡлау һәм профилактикалау өсөн дә мөһим. Медицина хеҙмәткәрҙәренән торған десант ауыл кешеләренә һаулыҡ менән бәйле етди проблемаларға юл ҡуймау мөмкинлеге лә бирә. Сәләмәтлек сараһы ауыл халҡына айыҡ йәшәү рәүешенең ыңғай тәьҫире хаҡындағы әңгәмә менән тамамланды..

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ