«Жаворонок» ҡушаматлы фельдшер 2022 йылдың декабренән алып алғы һыҙыҡта. Махсус хәрби операцияға ул мобилизация буйынса алынған тормош иптәше артынан юллана. Тәүҙә ханым Красный Луч ҡалаһындағы дауаханала медицина ярҙамы күрһәтә, аҙаҡ Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. Тыныс тормошта ул Өфөнөң 5-се ҡала дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләгән. Ә хәҙер «Башҡортостан» полкының медицина взводы санитар-фельдшеры. Әле ул башлыса алғы һыҙыҡта яраланған һалдаттарҙы эвакуациялау менән шөғөлләнә. «Жаворонок» иҫәбендә йөҙҙән ашыу яугир һәм ҡотҡарылған ғүмер.
«Башҡортостан» полкы фельдшеры Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан уҙғарылған тантаналы ултырышта ҡатнашып, Радий Хәбиров менән әңгәмәләште. Шулай уҡ ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан ханымды Ленин районы хакимиәте башлығы Олег Котов та 8 март байрамы менән тәбрикләне. «Жаворонок» отпусканы тормош иптәше «Татар» ҡушаматлы яугир менән бергә үткәрә. Ғаилә башлығы 2022 йылдың көҙөндә мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырылған. Быға тиклем хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләгән һәм төрлө хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашҡан ир әле лә ил һағында. Икебеҙ ҙә махсус хәрби операция биләмәһендә булһаҡ та, ике төрлө йүнәлештәбеҙ, бер-береюбеҙ менән осрашмайбыҙ, шуға күрә ялдарҙы тура килеп алырға тырышабыҙ, ти ул. Яҡын арала ирле-ҡатынлы яугирҙар йәнә алғы һыҙыҡҡа юлланасаҡ. Әйткәндәй, уларҙың бергә тормош көтөүҙәренә быйыл йәй 25 йыл тула.



