Өфөлә яугирҙарҙың ғаиләләре менән осрашыу үтте

Халыҡ-ара Ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан Өфө фән һәм технологиялар университетында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарҙың әсәләре, ҡатындары, балалары менән осрашыу үтте.

Гүзәл заттарҙың барыһы ла юғары уҡыу йортонда эшләй. Вуз тарафынан хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам саралары ла ҡаралған. Әйтәйек, ғариза буйынса бер тапҡыр түләнә торған 40 мең һумлыҡ матди ярҙам алырға була. Шулай уҡ профсоюз комитеты, психологик хеҙмәт тә яугирҙарҙың туғандарына ышаныслы терәккә әйләнгән. Осрашыуға саҡырылған ҡатын-ҡыҙҙар вуз етәкселегенән ҡотлауҙар ҡабул итеп, үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуап алды.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ