Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан республиканың дәүләт автоиспекцияһы хеҙмәткәрҙәре гүзәл зат вәкилдәрен байрам менән ҡотланы. Транспортын теркәүсе, водитель таныҡлығын алыусы, йә алмаштырыусы ҡатын-ҡыҙҙарға сәскә, открытка бүләк ителде. Акция шулай уҡ М5 «Урал» федераль трассаһында ла үтә.



