Бөйөк Ватан һуғышында дошман амбразураһын кәүҙәһе менән ҡаплаған һалдаттың тыуған ауылы Өршәкбаш-Ҡарамалыла ауылдаштар һәм ҡунаҡтар геройҙың һәйкәленә сәскә гөлләмәләре һалды, Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин исемен йөрөткән музейҙа экскурсия ойошторолдо . Урындағы мәҙәниәт йортонда тарихи шәхес хөрмәтенә сәхнәләштерелгән тамаша күрһәтелде. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында .
Советтар Союзы геройы Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин исеме Бөйөк Ватан һуғышы тарихында алтын хәрефтәр менән мәңгелеккә яҙылған. 1944 йылдың 8 мартында ул гвардия уҡсылар полкының пулемет взводы командиры вазифаһында дошман менән бәрелештә фашистар амбразураһын кәүҙәһе менән ҡаплай . Уның батырлығы взвод һалдаттарына ҡуйылған хәрби маҡсаттарҙы үтәп позицияларҙы һаҡларға ярҙам итә.
Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин иҫтәлегенә Өршәкбаш-ҡарамалы ауылында илһөйәрлек саралары йылда ойошторола. Бөйөк Ватан һуғышына ауылдан 607 кеше киткән , әммә 200-ҙән ашыу һалдат кире әйләнеп ҡайтмаған .Ауылдаштар Ватан һаҡсыларының исемен мәңгеләштереп бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәргә ярҙам итергә тырыша .
Өршәкбаш-ҡарамалы ауылында йәшәүселәр йылдағыса 8 март алдынан Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин һәйкәленә сәскә гөлләмәләре һалып уның тормош юлын һәм үлемһеҙ ҡаһарманлығын иҫкә ала .
Башҡортостанда Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан илһөйәрлек саралары республиканың бөтә район-ҡалаларында ойошторола . Еңеү өсөн үҙ ғүмерен йәлләмәй дошманға ҡаршы көрәшкән бөйөк шәхестәр , олатай -өләсәйҙәр илһөйәрлеге мәңгелеккә хәтерҙә һаҡлана .
Флорида Ким




