Өфөлә донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусының Альфа башняһына нигеҙ һалынды. Тантанала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Рәсәйҙең фән һәм юғары белем биреү министры урынбаҫары Айрат Ғәтиәтов ҡатнашты. Шулай уҡ кампус биналары комплексын төҙөү мәсьәләләре буйынса эшлекле кәңәшмә уҙҙы.Төҙөлөш объектынан БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева әҙерләгән яҙма.
«Йәштәр һәм балалар» милли проектының «заманса кампустар селтәрен булдырыу» федераль проекты сиктәрендә төҙөлгән объекттың икенсе сиратын һалыуға рәсми старт бирелде. Майҙанда бер стилобат менән тоташҡан ете башня үҫеп сығасаҡ. Төбәк башлығы әйтеүенсә, был ятаҡтар ғына түгел, ә студенттарға йәшәү һәм уҡыу өсөн уңайлы мөхит буласаҡ.
Биналарҙың дөйөм майҙаны 99,7 мең квадрат метр тәшкил итә. Студенттар һәм уҡытыусылар өсөн корпустарҙан тыш, бында уҡыу һәм лаборатория , спорт объекттары, йәмәғәт туҡланыуы нөктәләре, рекреацион зоналар һәм ер аҫты паркингы була.
Ҙур студенттар ҡаласыҡтары төҙөлөшөнөң бөтә рәсәй проекты 2021 йылдан эшләй. 2030 йылға тиклем илдә 25 кампус булдырыу күҙаллана.
Кампустың беренсе сираты - iq-парк рәсми рәүештә 2024 йылдың февралендә Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡатнашлығында асылды. Өфө- вуз-ара кампус ойоштороу этабын тамамлаған тәүге ҡалаларҙың береһе.
Радий Хәбиров шулай уҡ кампус биналары комплексын төҙөү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Кәңәшмәлә Башҡортостан башлығы республиканы үҫтереү, юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү һәм төрлө тармаҡтарҙа инновацион проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн объекттың стратегик әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Кампустың тағы бер өлөшө - геном үҙәге төҙөлгән, ул асылыуға әҙерләнә. Унда it-белгестәр әҙерләү өсөн Һаҡлыҡ банкының биоинформатика үҙәге һәм илдәге иң ҙур «21-се мәктәп» эшләйәсәк.
Рәмилә Исмәғилева




