Бөгөн яҙҙың иң күркәм байрамдарының береһе - Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө. Беҙҙең илдә был көн 1919 йылдан рәсми байрам булараҡ билдәләнә. Тәүҙә ул Халыҡ-ара эшсе ҡатын-ҡыҙҙар көнө тип атала. Ә егерменсе йылдар аҙағында «Халыҡ-ара ҡатын ҡыҙҙар көнө»нә үҙгәртелә. 1966 йылда 8 март дәүләт кимәлендә рәсми ял көнө тип таныла. Күркәм байрам уңайынан Башҡортостандың гүзәл заттарын Радий Хәбиров тәбрикләне. Ул социаль селтәрҙәге сәхәфәһендә балаларҙың иң йылы һәм ихлас ҡотлауҙары менән уртаҡлашты. Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, бәхет, именлек теләйем. Байрам менән, хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар, тип яҙған Башҡортостан башлығы.



