8 март Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы уңайынан Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре ойошторолдо

8 март Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы уңайынан Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре ойошторолдо. Байрам көндәрендә йәрминкәләрҙә баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары Башҡортостанда етештерелгән аҙыҡ-түлек, шул иҫәптән ит, бал һәм йәшелсә һатып алды. Сауҙа Дим биҫтәһенең «Тулҡын» паркында, Серго Орджоникидзе исемендәге, Йәштәр һәм Спорт һарайы алдындағы майҙандарҙа ойошторолдо.

Һатыусылар гүзәл заттарға бүләккә сағыу гөлләмәләр ҙә тәҡдим итте. Хаҡтар ҙа сағыштырмаса арзан булды. Балдың килограмын 500 һумдан һатып алырға мөмкин ине. Һаулыҡҡа шифаһы булған емеш-еләк һатыусылар эргәһенән дә халыҡ өҙөлмәне. Эшҡыуарҙар туңдырылған сифатлы емеш-еләк тәҡдим итте.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ