Төбәк этабын үткән аҡ халатлылар Бөтә Рәсәй финалында ҡатнашыу хоҡуғын аласаҡ. Рәсәйҙә 2000 йылдар башынан тормошҡа ашырылған сара быйыл да лайыҡлы һөнәрмәндәрҙе билдәләр тип көтөлә. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Гүзәл Әхмәтшина һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә 18-се йыл эшләй. Ошо ваҡыт эсендә ул тармаҡтың төрлө өлкәләрендә тәжрибә туплап өлгөргән. Хеҙмәттәштәре араһында хөрмәт һәм абруй ҡаҙанған замандашыбыҙ йөҙҙәрсә баланың яратҡан табибы.
Тап балаларҙы яратыуы Гүзәл Ринат ҡыҙын медицина өлкәһенә алып килә лә инде. Эшләгән осоронда ул ҙур практик тәжрибә туплай, һөнәри күнекмәләргә, ойоштороу сифаттарына эйә була. Был иһә уның артабанғы үҫешенә тағы ла көс һәм ышаныс бирә.
Өләсәһе фәтихаһында бөгөн ул йәнә яңы һынауға - «Йылдың иң яҡшы табибы» республика конкурсында ҡатнашырға иҫәп тота. Ә иһә унда еңеү яулаған табип Рәсәй финалына сыға. Әйткәндәй, былтыр 29 номинацияла ойошторолған конкурста йәмғеһе 247 эш ҡабул ителгән. Рәсәйҙә 2001 йылдан тормошҡа ашырылған сара табиптарҙың юғары ҡаҙаныштарын дәртләндереүгә һәм таныуға йүнәлтелгән.
Азат Ғәлиуллин



