Хәйбулла районында ғаилә ҡиммәттәренә араналған телевизон конкурсҡа йомғаҡ яһалды


«Йәш ғаилә - ауыл киләсәге». Хәйбулла районы Федоровка ауылында ғаилә ҡиммәттәренә араналған телевизон конкурсҡа йомғаҡ яһалды. Ғаилә ҡиммәттәрен үҫтереүсе һәм һаҡлаусылар хаҡында ентекләберәк киләһе яҙмала.

Проект дауамында конкурсты ойоштороусылар Федоровка ауылының йәш ғаиләләре тормошоноң ғәжәйеп тарихын барланы. Һәр тапшырыу айырым ғаиләләрҙең йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе үтәүенә, шөғөлдәренә һәм йәшәйешенә арналды. «Йәш ғаилә-ауыл киләсәге»телевизион проекты ауыл йәш ата-әсәләр өсөн үҙ көсөн һынап ҡарау мөмкинлеге лә. Проекттың исеме осраҡлы һайланмаған.Төп маҡсат-ауылда төпләнеп ғаилә ҡорған йәш ғаиләләр тормошон күрһәтеү.Телевизион форматтағы ярышта ғаиләләргә балалар ҙа ихлас ярҙамлашты.

Тулыбаевтар, Антал, Аралбаевтар һәм Солтановтар-Федоровка ауылында ныҡлы нигеҙ ҡорған татыу йәш ғаиләләр. Уларҙы сәләмәт йәшәү рәүеше, егәрлелектән тыш тағы ла бер мөһим маҡсат - үҙ ауылын үҫтереүгә ынтылыш берләштерә.

Проектта ҡатнашыусы йәш ғаиләләрҙең шөғөлдәре, ғөрөф-ғәҙәттәре, тәрбиә алымдары,ҡорған хужалыҡтары, ауылдың ижтимағи-мәҙәни тормошонда әүҙемлеге видеояҙмалар аша күрһәтелде. Федоровка ауылы йәштәре ауырлыҡтарға бирешмәй, бер-береһенә ярҙам итеп ғүмер итә. Улар ҡалаға ынтылмай, тыуған ерендә йәшәүҙе, балалар үҫтереүҙе хуп күрә.

«Йәш ғаилә-ауыл киләсәге» телевизион проектының йомғаҡлау сараһында ҡатнашыусылар үҙҙәренең тәьҫораттары менән ихлас уртаҡлашты һәм конкурс барышында тормоштарының нисек яҡшы яҡҡа үҙгәреүе хаҡында бәйән итте. Ауыл биләмәһе башлығы Наталья Лебедева һәр ғаиләнең ауыл үҫешенә индергән өлөшөн юғары баһалап, рәхмәт хаттары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ