Бәләкәй принцессалар өсөн - яҙ байрамы. Баймаҡ ҡалаһының балалар ижады үҙәгендә 8 март уңайынан һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән ҡыҙ балалар өсөн бал үтте. Тулыраҡ киләһе сюжетта.
“Принцессалар былы”на килгән 6 ҡыҙҙы Район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Фәнил Нәҙерғолов, Баймаҡ балалар ижады үҙәге педагогтары, тәбрикләне бүләктәр тапшырҙы. Йомаш ауылынан килгән Йәнбикә лә конкурстарҙа теләп ҡатнашты, байрам уға ыңғай тәьҫораттар бүләк итте.
Бәләкәй принцессалар өсөн төрлө интерактив уйындар үткәрелде, балалар әсәләре менән бергә бейене‐йырланы. Ҡыҙҙарҙың һәр кемеһе мөғжизәгә ышана, киләсәккә яҡты өмөттәр менән йәшәй. Баймаҡ районында йыл да кескәй принцессалар өсөн балалар ижады үҙәге белгестәре матур кисә ойоштора, байрам кәйефе һәм күңел йылыһы бүләк итә.
Һаулыҡ мөмкинлектәре сикле һылыуҡайҙар өсөн бындай байрам, үҙҙәренә ҡарата иғтибар, яғымлы ҡараш тойоу бик тә кәрәк. Ҡыҙҙары тураһында арымай‐талмай хәстәрлек күргән әсәләр өсөн дә был күңелле һәм файҙалы ял булды.
Раушания Рәхимова



