Башҡортостан яугирҙарға ярҙам иткән алдынғы өс төбәк исемлегендә

Беренсе урында Мәскәү, Мәскәү өлкәһе, икенселә Санкт-Петербург һәм Ленинград өлкәһе. Республика мобилизацияланған һәм контракт буйынса хеҙмәт иткән хәрбиҙәрҙе тәьмин итеү буйынса инфраструктура булдырҙы. Республика хәрбиҙәрен гуманитар ярҙам менән тәьмин итеү өсөн Луганскиҙа логистика үҙәге ойошторған.  Башҡортостан башлығы республика яугирҙары менән даими осрашып тора. Радий Хәбиров бер нисә тапҡыр махсус хәрби операция биләмәһенә барҙы. Генерал Шайморатов ордены кавалеры, “Певец” ҡушаматлы яугир:  

Башҡортостан яугирҙарға ярҙам иткән алдынғы өс төбәк исемлегендә

Беҙҙең республикала “Башҡортостан геройҙары” тигән программа старт алды. “Ватанды һаҡлаусылар өсөн бындай программа ойоштороуҙы хуплайбыҙ. Ул яуаплы мәлдә илде яҡларға барған кешеләрҙе үҫтерергә, һәләттәрен асырға мөмкинлек бирергә тейеш”, - ти Башҡортостан хәрби бәрелештәр инвалидтары берлеге рәйесе, республика парламенты депутаты Әлфит Ниғмәтйәнов.

Башҡортостан яугирҙарға ярҙам иткән алдынғы өс төбәк исемлегендә

Проектта ҡатнашыу өсөн герои башкортостана нөктә рф сайтында теркәлергә кәрәк. Яугирҙар анкета тултырырға, эссе яҙырға, онлайн тест һәм әңгәмә үтергә тейеш. Бынан һуң квалификацияны күтәреү курсы асыла.

Фото №1 - Башҡортостан яугирҙарға ярҙам иткән алдынғы өс төбәк исемлегендә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ