Дүртөйлөнән ебәрелгән гумантар ярҙам тәғәйен урынға барып еткән

Район хакимиәте башлығы Риф Йосопов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ошо турала белдергән. “Оло һөйөү һәм хәстәрлек менән тупланған кәрәк-яраҡтар Курск өлкәһенә алып барылды. Яҡташтарыбыҙ хәрби бурыстарын намыҫ менән үтәй. Уларҙың батырлығы һәм фиҙаҡәрлеге барыбыҙҙы ла рухландыра һәм ысын илһөйәрлек өлгөһө булып тора. Хәрбиҙәребеҙ менән ғорурланабыҙ. Уларға даими ярҙам күрһәткән Дүртөйлө халҡына рәхмәт белдерәбеҙ”, - тип яҙған Риф Йосопов.

Фото №1 - Дүртөйлөнән ебәрелгән гумантар ярҙам тәғәйен урынға барып еткән
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ