Өфөлә «Лада Калина» ер аҫтына төшөп киткән


Интернационал урамында, ғәҙәттән тыш хәл бөгөн төн уртаһында булған. Автомобиль һәм ағас ер аҫтына убылған. Диаметры 7, тәрәнлеге 8 метр булған хәүефле участка кәртәләп алынған. Махсус техника ярҙамында «Лада» тартып сығарылған.


10 март төн уртаһында беҙгә баш ҡаланың Интернационал урамы 193/1 адресы буйынса ер убылыуы тураһында хәбәр килде. Автомобиль сығарылды, ул механик зыян күргән. Яҡындағы транспорт икенсе ергә күсерелде.

Алик Шәрәфетдинов, Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы матбуғат хеҙмәте етәксеһе

Калинин районының ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссияһы ваҡиға сәбәбен тикшерә. Зыянды ҡаплау өсөн автомобиль торған ер участкаһы хужаһын асыҡлау талап ителә.


Төнгө ун икенсе яртыла машинаның сигнализацияһы эшләне. Тәҙрәнән ҡараһам, урынында юҡ. тышҡа сыҡып ҡараған улыбыҙ машина ер аҫтына төшөп киткән тип килеп инде.

Анатолий Михайлов, зыян күргән «Лада калина» хужаһы

Интернационал урамында бындай хәл тәүгә түгел. 2016 йылдың 25 ноябрендә тағы бер «Лада Калина» менән ошондай уҡ хәл булғайны. Ул саҡта машинаны сығара алманылар, уны ер аҫты һыуҙары алып киткән. Ваҡиғаның төп сәбәбе карст күренештәренә бәйле булыуы ихтимал.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ