Башҡортостан умартасыһы Мәскәүҙәге конгреста юғары наградаға лайыҡ булды


Башҡортостан умартасыһы Мәскәүҙә үткән «Бал ҡорто һәм кеше» Халыҡ-ара конгресында юғары наградаларға лайыҡ булды. Һөнәри форумда Рәсәй төбәктәре, Ҡытай, Сербия, Иран, Сәғүд Ғәрәбстаны, Перу, Мысыр умартасылары ҡатнашҡан. Йәмғеһе 600-ҙән ашыу бал өлгөһө тәҡдим ителгән. Улар араһында юғары оҫталығын Бөрө ҡалаһынан Артем Черников күрһәткән. Ул - умартасылар ғаиләһенән, атаһының эшен дауам итеп үҙе лә ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә. Әлеге ваҡытта хужалығында 400-гә яҡын күс иҫәпләнә. 2023 йылда алты тонна бал йыйып алынһа, былтыр йүкә сәскә атҡан ваҡытта ҡырау төшөү сәбәпле,уңыш әллә ни мул булмаған. Артем Черников яҡын арала Бөрөлә бал музейы асырға планлаштыра. Унда бал ҡорттарының төрҙәре, умартасылыҡ тарихы менән таныштырасаҡтар.


Конкурска йүкә һәм сәскә балдарынан икешәр өлгө ебәргәйнек. Дүртеһе лә призер исемлегенә инде, ә йүкә балының бер өлгөһө беренсе урын яуланы. Был беҙҙең өсөн көтөлмәгән яңылыҡ, сөнки конкурсҡа башҡа умартасылар менән танышып, яңы бәйләнеш булдырыр өсөн барғайныҡ. Бер юлы башҡа илдәрҙән килгән белгестәр менән дә аралаштыҡ, дипломлы ла булдыҡ.

Артем Черников, Крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ