Хәйбулла районының Аҡъяр 3-сө урта мәктәбендә «Еңеүгә 8 аҙым» акцияһы дауам итә

Күмәкләгән яу ҡайтарған. Хәйбулла районының Аҡъяр 3-сө урта мәктәбендә «Еңеүгә 8 аҙым» акцияһы дауам итә. Район халҡы яугирҙарға тылдан ярҙам итеүҙә әүҙемлек күрһәтә. Еңеүҙе тиҙләтеү маҡсатында изге эшкә өлкәндәр менән бер рәттән мәктәп уҡыусылары ла ҡушылған. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йылы айҡанлы ойошторолған илһөйәрлек сараһы хаҡында киләһе яҙмала.

3-сө мәктәптә әүҙем, маҡсатҡа ынтылыусан, эшһөйәр балалар белем ала. Былтыр улар уҡытыусылар һәм ата-әсәләре менән бергә яугирҙарға гуманитар ярҙам әҙерләп ебәргән. Шул ваҡыттан алып «Еңеүгә 8 аҙым»проекты барлыҡҡа килә. Быйыл да балалар һәм ата-әсәләр яугирҙар үтенесе буйынса алғы һыҙыҡта кәрәкле әйберҙәр, инструменттар һатып алған.

Тантаналы сарала яугирҙар, уларҙың туғандары һәм яҡындары, ирекмәндәр, ата-әсәләр ҡатнашты. Күптән түгел хәйбуллалар сираттағы гуманитар ярҙамды алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға тапшырған. Балалар Ватан һағына баҫыусыларға изге теләктәрен юлланы.Видеояҙма аша хәрбиҙәр ҙә тылдан ярҙам итеүсе малай-ҡыҙҙарға рәхмәт һҙҙәрен еткерҙе.

Ватанды һаҡлау изге бурыс. Күптән көтөлгән Еңеүҙе тыл һәм фронт берҙәмлеге тиҙләтәсәк Быйыл Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләйәсәкбеҙ.Уҡыусылар тамашасыларға хәрби йырҙар һәм дәртле бейеүҙәр башҡарҙы. Һәр кем күңеленән тиҙерәк махсус хәрби операциялағы яугирҙарҙың нацистарҙы еңеп ҡайтыуын теләне.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ