«Шүлгәнташ мәмерйәһе» тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығында бының өсөн айырым бүлмә ҡаралған. Әлеге ваҡытта эш башланып ҡына тороуға ҡарамаҫтан, ҡыҙыҡһыныусылар көндән-көн арта. Бында эпостың донъяуи кимәлдә ҡаралған структураһы, персонаждары менән танышырға мөмкин. Улар эпик әҫәрҙә һүрәтләнгәнсә айырым картина итеп төшөрөлгән. Шүлгәнташ мәмерйәһе һәм уның тирә-яғы, ғөмүмән, башҡорт халҡының рухи мәҙәниәте менән тығыҙ бәйләнгән. Улар риүәйәт-легендаларҙа, шул иҫәптән «Урал батыр» эпосында ла сағылыш тапҡан.




