Милли уйындар, оҫталыҡ дәрестәре, башҡорт стилендә күргәҙмә менән үрелеп барған сара дин әһелдәрен, йәмәғәт эшмәкәрҙәрен, бизнес вәкилдәрен, балаларҙы, йәштәрҙе бер майҙанға йыйҙы.
Силәбелә башҡорт мәҙәниәтен алға этәргән айырым оҫталар, йәмәғәт ойошмалары, мәғариф, коммерция, балалар проекттары күп. Улар- башҡорт милли кейемдәре тегеүселәр, аксессуар яһаусылар, башҡорт телен өйрәтеүселәр, уҡтан атыу буйынса түңәрәктәр алып барыусылар, өлкән быуын һәм балалар менән эшләүселәр.
Ойоштороусылар ошондай иң сағыу башҡорт проекттарын бер майҙансыҡта берләштереү маҡсатын да тормошҡа ашыра.



