«Өфө» клубы чемпионат лидеры менән уйында бер мәрәй яулауға өлгәште


Футбол милли лигаһының 23-сө турында Башҡортостан командаһы Мәскәүҙә урындағы «Торпедо» менән осрашты. Майҙан хужалалары тәүге минуттарҙан тулыһынса өҫтөнлөк итте. Сираттағы һөжүмдәрҙең береһендә яҡташтарыбыҙҙың ҡапҡаһына пенальти тәғәйенләнде. Әммә Рауил Нетфуллин килеп тыуған мөмкинлек менән файҙалана алманы. «Өфө» клубы ҡапҡа һаҡсыһы Олег Баклов тупты кире ҡаҡты. Шулай итеп осрашыу 0-0 иҫәбе менән тамамланды. Киләһе матчты Омари Тетрадзе тәрбиәләнеүселәре 15 мартта үткәрә. Өфөгә Красноярскиҙың «Енисей» клубы килә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ