Башҡортостанда ташҡын осорона оло һыу күләме нормаға ярашлы көтөлә


Был хаҡта Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә хәбәр ителде. Яҙғы ташҡынға бәйле теүәл фараздар 25 мартҡа билдәле буласаҡ. Ултырышта кардиология үҙәгенең яңы корпусын асыу датаһы иғлан ителде, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың яҡындарына ярҙам һорауҙары күтәрелде. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Аҙналыҡ оператив кәңәшмә бүләкләү тантанаһынан башланды. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы «Батыр» ҡушаматлы яугир генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде. «Әхмәт» махсус отрядында хеҙмәт иткән яҡташыбыҙға дәүләт наградаһын Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы. Тәжрибәле хәрби алғы һыҙыҡта яраланып реабилитация үтергә ҡайтҡан.

Уҙған аҙнала республикала Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө билдәләнде. 8 март байрамына бағышланған тантаналы ултырыштан һуң Радий Хәбировҡа яугирҙарҙың яҡындарынан һәм тол ҡалған ҡатын-ҡыҙҙарҙан мөрәжәғәттәр килгән. Төбәк етәксеһе махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәрҙең тормош иптәштәренә, әсәләренә һәм балаларына көндәлек һорауҙар буйынса ярҙам күрһәтеү бурысын ҡуйҙы.

Март аҙағында Өфөлә республика кардиология үҙәгенең хирургия корпусы асылыр тип көтөлә. Яңы үҙәк сафҡа инеү менән кардиология үҙәге илдә иң ҙуры буласаҡ. Бында сменаһына ғына 320 пациентты ҡабул итеү мөмкинлеге бар. 135 урынға иҫәпләнгән ун ҡатлы бина йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын дауалау һәм операциялар уҙғарыу өсөн иң һуңғы технологияларға нигеҙләнеп эшләнгән ҡорамалдар менән йыһазландырылған.

Башҡортостанда яҙғы ташҡынға әҙерлек дауам итә. Оло һыу осорона төбәктә халыҡты ваҡытлыса урынлаштырыу өсөн 276 пункт әҙерләнгән. Көн һайын һыу ятҡылыҡтарына мониторинг үткәрелә. 11 мең самаһы кеше һәм 3 мең берәмек техника сафҡа ҡуйылған .

Ғәҙәттәгесә, ташҡын ваҡытында Өфө ҡалаһы һәм районы, Иглин, Белорет, Бишбүләк, Миәкә, Архангел, Дыуан һәм Ҡырмыҫҡалы райондары һыу баҫыу хәүефе янаған зонаға эләгә. Белгестәр фаразы буйынса быйыл Ағиҙел һәм Урал йылғаларында һыу нормаға ярашлы йәки норманан аҙ ғына юғары күтәрелер тип көтөлә. Махсус ведомстволар йылдағыса ташҡындың иң хәүефле фараздарын иҫәпкә алып әҙерлек алып бара.

Флорида Ким

Волна
Акции БСТ