Былтыр «Башавтотранс» предприятиеһы хеҙмәттәре менән 127 миллион пассажир файҙаланған, был 2023 йылға ҡарағанда 4 процентҡа күберәк. Дәүләт ташыусыһының уҙған йылдағы эш һөҙөмтәләре Радий Хәбиров рәйеселегендә үткән «Транспорт сәғәте»ндә барланды.
Кәңәшмәлә йәмәғәт транспортының төрлө төрҙәрендә пассажир ташыуҙы үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде. Предприятие етәксеһе Надир Сәмиев билдәләүенсә, юл хаҡын ҡулаҡсаһыҙ түләүҙе 95 процентҡа тиклем арттырыу төп ҡаҙаныштарҙың береһе булған. 7 миллион самаһы пассажир файҙаланған «Бәхетле сәғәт» акцияһы айырыуса популяр булып ҡала. Бынан тыш, йәмәғәт транспорты паркын яңыртыу мәсьәләһе тураһында ла һүҙ барҙы. «Тормош өсөн уңайлы һәм хәүефһеҙ мөхит» милли үҫеш маҡсатына ярашлы, 2030 йылға автобустарҙың һәм троллейбустарҙың 85 проценты норматив файҙаланыу ваҡытына тап килергә тейеш.
«Транспорт сәғәте»ндә «Өфө» аэропортында маршрут селтәрен үҫтереү мәсьәләһе лә ҡаралды . Быйыл Таулы Алтай менән авиабәйләнеш булдырыу планлаштырыла. Йәйге миҙгелдә бөтәһе 43 эске йүнәлеш буйынса 45-тән ашыу рейс, шулай уҡ 18 илгә көн һайын 10-дан ашыу самолет ебәреү күҙаллана. Бынан тыш, кәңәшмәлә юлдарҙа өҫтәмә автоматик ауырлыҡ контроле пункттарын ойоштороу мәсьәләһе тикшерелде. Радий Хәбиров өҫтәмә урындар билдәләргә, башҡа субъекттарҙың был өлкәләге иң яҡшы тәжрибәләрен өйрәнергә ҡушты.




