Әле республика ил буйынса иң түбән тариф иҫәпләнгән 85 төбәк араһында 77 урынды биләй. Иғәнә күләме 2022 йылдан алып үҙгәрмәгән, шул уҡ ваҡытта төҙөлөш материалдарына һәм хеҙмәттәргә хаҡ ҡырҡа артты. Ыңғай миҫалдар ҙа бар. Район-ҡалаларҙа урынлашҡан 89 күп фатирлы йортта милекселәр ҡарары менән айлыҡ иғәнә билдәләнгән сумманан арттырып түләнә, уның уртаса күләме яҡынса 10 һум тәшкил итә. Квитанцияла көтөлгән үҙгәрештәр мөһимлеге тураһында киләһе сюжетта.
Яҙ етеү менән бер үк проблема. Ҡыйыҡтан һыу үтеп инеп , стена аҡтарыла башлай. Өфөнөң Юрий Гагарин урамындағы күп фатирлы йортта төҙөкләндереү эштәре план буйынса 2028 йылда ғына үтергә тейеш булған. Әммә былтыр милекселәр проблеманы тиҙ арала хәл итеү маҡсатында капиталь ремонт өсөн иғәнә түләүҙәрен ике тапҡырға арттырыу тураһында ҡарар ҡабул итә. Һөҙөмтәлә ҡыйыҡты яңыртыу буйынса ҡыҫҡа ваҡытлы программаға эләгә. ЭШ быйыл йәй башҡарылыр тип көтөлә. Әле подъезда лифт алмаштырыла.
Республикала күп фатирлы 90-ға яҡын йорт милекселәре коллектив йыйылыштар уҙғарып, капиталь ремонтҡа иғәнәне арттырып түләү ҡарарын ҡабул иткән. Һөҙөмтәлә квадрат метр өсөн уртаса хаҡ ун һумдан ашҡан. Шул уҡ ваҡытта төҙөкләндереү эштәре лә күпкә тиҙерәк башҡарылған. Белгестәр билдәләүенсә, ыңғай миҫалдар күп түгел. Һуңғы йылдарҙа инфляцияға, төҙөлөш материалдарына һәм төҙөлөш-монтажлау эштәренә хаҡ артыуға бәйле район-ҡалаларҙа күп йорттар ваҡытында ремонтланмай.
Волга буйы федераль округы буйынса капиталь ремонт өсөн уртаса иғәнә түләүҙәре менән сағыштырғанда ла, Башҡортостан күпкә ҡалыша. Төбәктә квадрат метр өсөн яҡынса 8 һум ғына хаҡ ҡуйылған.
Капиталь ремонт программаһы буйынса фасад, ҡыйыҡ, һыу, электр менән тәьминәт, йылытыу системаһы яңыртылырға мөмкин. Әммә аҡса етмәүгә бәйле күп йорттарҙа ваҡытында тейешле ремонт уҙғарылмай. Һөҙөмтәлә торлаҡта авариялар булыуы ихтимал. Белгестәр билдәләүенсә, иғәнә түләүҙәрен күтәреү - йәшәү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Төбәк операторы фонды мәғлүмәттәренә ярашлы, тариф үҙгәргән хәлдә төҙөкләндереү эштәре буйынса йыллыҡ план да артасаҡ.
Төбәк кимәлендә күп фатирлы йорттарҙа төҙөкләндереү эштәре темпын арттырыу бурысы ҡуйылған. Йәшәгән урын - торлаҡҡа ҡарата иғтибар артасаҡ.
Капиталь ремонт өсөн түләү - ул ябай ғына сығым түгел, ә киләсәккә инвестиция тигән ҡарашта белгестәр. Әгәр күп фатирлы йортҡа бәйле проблемалар ваҡытында хәл ителмәһә, улар күпкә ҡатмарлашыуы ихтимал. Шуға күрә минималь иғәнәне күтәреү ҙә, тәү сиратта, торлаҡты һаҡлап ҡалып, милекселәрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. Капиталь ремонт фонды нығына икән, тимәк, йылдан - йыл йорттар күберәк төҙөкләндерелә
Гөлназ Хәйбуллина



