Башҡортостандың Йәмғәт палатаһы менән Конституция советы хеҙмәттәшлек итәсәк


Яҡтар араһында ҡул ҡуйылған килешеү төбәктә граждандар йәмғиәте эшмәкәрлеге өсөн бик мөһим. Ул республика граждандарының именлеген һәм илебеҙ мәнфәғәтен тәьмин итеүгә, халыҡтың проблемаларын ишетергә ярҙам итәсәк. Йәмәғәт палатаһы менән Конституция советы төрлө йүнәлештәр буйынса үҙ-ара хеҙмәттәшлек булдырырға иҫәп тота. Атап әйткәндә, граждандарҙың законлы хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен тормошҡа ашырыу мәсьәләләре буйынса консультация ярҙамы күрһәтеү, мәғлүмәт материалдары булдырыу, граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен яҡлау мәсьәләләре буйынса берлектәге саралар үткәреү, ҡануниәтте камиллаштырыу буйынса уртаҡ тәҡдимдәр әҙерләү күҙ уңында тотола.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ