«Салауат Юлаев» клубы хоккейсыһы Александр Хмелевский ғаилә ҡорған

Уҙған ял көндәрендә легионер Өфө ҡыҙы Диана Ханова менән никахын теркәгән. Спортсы кәләше менән бергә төшкән тәүге фотоһын 2023 йылдың ноябрендә социаль селтәргә һалғайны. Билдәле булыуынса, Александр Хмелевский былтыр баш ҡала клубы менән өс йыллыҡ килешеү төҙөнө. Уҙған миҙгелдә хоккейсы юлаевсыларҙың иң яҡшы снайперы булды. Быйыл да һынатмай, әле уның иҫәбендә 51 мәрәй. Яҡташтарыбыҙ киләһе уйынын 13 мартта үҙ боҙонда Мәскәүҙең «Динамо» клубы менән үткәрә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ