Рәсәйҙең баш ҡалаһынан әлегә биш самолет пассажирҙары ҡайта алмай. Өфөнән Мәскәүгә ике рейс тотҡарланған, шулай уҡ Түбәнге Новгород һәм Ҡазан йүнәлешенә лә расписание үҙгәргән.
Өфө аэропортының рәсми мөрәжәғәтендә билдәләүенсә, был Мәскәү аэропорттарында самолеттарҙы оҙатыу һәм ҡабул итеү буйынса ваҡытлыса сикләү индерелеүгә бәйле. Рәсәй Оборона министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, үткән төн күләмле дрондар һөжүме теркәлгән. Күктән 337 пилотһыҙ аппарат бәреп төшөрөлгән, уларҙың 73-ө баш ҡала йүнәлешендә осҡан булған. Мәскәүгә осҡан самолеттар башҡа ҡалаларҙағы запас аэродромдарға оҙатылған. Сикләү алынғас та, баш ҡала аэропорттары самолеттарҙы ҡабул итә башлаясаҡ. Пассажирҙарға онлайн-таблола үҙгәрештәрҙе күҙәтеп барырға һәм аэровокзалда иғтибарлы булырға кәңәш ителә.



