Хоҙайға мөрәжәғәт итергә бер нәмә лә ҡамасауламай. «Башҡортостан» 31-се мотоуҡсылар полкының радиоэлектрон көрәш ротаһы яугирҙары ер аҫтында ғибәҙәтхана ойошторған. Блиндаж рәүешендә эшләнгән бүлмә һалдаттар өсөн изге урынға әйләнгән. Унда ғибәҙәт ҡылыу, намаҙ уҡыу өсөн уңайлы һәм тыныс шарттар булдырылған. Бигерәк тә Рамаҙан айында иман бүлмәһенә йөрөүселәр йышайған. Хәрби заданиелар алдынан һәм уны үтәп ҡайтҡандан һуң да яугирҙар бында инеп белгән доғаларын уҡырға күнеккән.



