Бөрөлә сыр етештерелә башлаясаҡ


Иҫке Бурны ауылындағы крәҫтиән-фермер хужалығы әлеге ваҡытта һөт продукцияһын, ит етештерә. Фермала 250 һауын һыйыры, 170 эре мөгөҙлө мал һәм 150 баш быҙау иҫәпләнә. Тәүлегенә 2 тонна 600 литр һөт һауыла. Киәсәктә һауын һыйырҙарын 400 башҡа тиклем еткереү, яңы һауын залын асыу һәм сыр бешереү буйынса цехты сафҡа индереү бурысы тора. Крәҫтиән-фермер хужалығы 10 йылдан ашыу эшләп килә, малдар ике фермала аҫрала.


һыйырҙарҙан тыш, 500 баш йылҡы һәм һарыҡ аҫрайбыҙ. Шулай уҡ баҫыу эше менән дә шөғөлләнәбеҙ, унда мал аҙығы үҫтерәбеҙ. Етештереү цехтары Бөрөлә һәм Өфөлә урынлашҡан. Уларҙа һөт, ит һәм ҡамыр ризыҡтары әҙерләйбеҙ.

Евгений Черников, ферма идарасыһы
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ