Яңы бина 26 мартта файҙаланыуға тапшырыла. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошо турала хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә барышында белдерҙе.
Хирургия корпусы 10 ҡаттан тора. Уның дөйөм майҙаны 32 мең квадрат метр самаһы. Бинала 10 операция бүлмәһе урынлашҡан. Корпустың беренсе ҡатында поликлиника була.




