Борай ауылында яңы мәктәп төҙөлә

Район властары Борай ауылында 3 ҡатлы белем усағы һалыу тураһында килешеү төҙөгән. Конкурс уҙғарғандан һуң, контракттың хаҡы 1 миллард һум булған, тип хәбәр ителә дәүләт һатып алыуҙары сайтында. Бинаның майҙаны 10 мең квадрат метр, ул 500 урынға иҫәпләнә. Мәктәптең үҙ ҡаҙанлығы була. Төҙөлөш проекты буйынса спорт залы һәм асыҡ һауалағы спорт майҙансығы ҡаралған. Белем усағы өсөн сығымдар Борай районынан бүленә. Шулай уҡ республика һәм федераль ҡаҙнанан субсидия бирелә. Объект 2027 йылдың 1 сентябренә әҙер булырға тейеш.

Фото №1 - Борай ауылында яңы мәктәп төҙөлә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ