“Һалдаттар” йырының көйөн дә, һүҙҙәрен дә Денис Ғәниев яҙған. Видеоклип менән “Башҡорт батальоны” телеграм каналы уртаҡлашҡан. “Дуҫтарым, таныштарым араһында махсус хәрби операцияла хеҙмәт итеүселәр күп. Йырымды уларҙың сыҙамлығы һәм батырлығына бағышланым. Замандаштарымдың ҡаһарманлығы илһамландыра. Әҫәрҙе популяр башҡарыусы Алмаз Әйүпов өсөн ижад иттем. Ул шәхси концертына әҙерләнә. Алмаз йырымды Олег Газманов стилендә йырларға ниәтләй. Бөтә ир-егеттәр тыуған яҡтарына иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын. Уларҙы Еңеү менән көтәбеҙ”, - тип белдергән Денис Ғәниев “Башинформ” агентлығына биргән интервьюһында.




