Башҡортостан Башлығы Ҡытай вәкилдәре менән осрашты

Өфөгә Рәсәй-Ҡытай индустриаль паркы башҡарма етәксеһе Хао Лян Юань килде. Әңгәмә барышында хеҙмәттәшлек итеү мәсьәләһе ҡаралды. “Рәсәй төбәктәре менән иҡтисади бәйләнештәрҙе киңәйтеү ниәте бар. Ҡытай индустриаль паркында Рәсәйҙән килтерелгән продукция павильоны асыу ҡарала. Был сауҙа һәм мәҙәни алмашыуҙы үҫтереү буйынса ҙур аҙым буласаҡ”, - тине Хао ханым. “Ҡытай төп тышҡы иҡтисади партнерыбыҙ. Беҙ хеҙмәттәшлек итеүҙең төрлө юлдарын ҡарарға әҙербеҙ”, - тип белдерҙе Радий Хәбиров. 

Башҡортостан Башлығы Ҡытай вәкилдәре менән осрашты

Ҡытай вәкиле осрашыу аҙағында Башҡортостан вәкилдәрен Шэньчжэне ҡалаһына саҡырҙы. Унда май айында сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлек буйынса Рәсәй-Ҡытай конференцияһы үтә.

Фото №1 - Башҡортостан Башлығы Ҡытай вәкилдәре менән осрашты
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ