Март аҙағында баш ҡалала “Татлы пар – пар алма” матурлыҡ конкурсы була. Шулай уҡ дефиле буйынса “Төп-модель Өфө” тигән республика турниры үтә. Унда еңеүсе ҡатын-ҡыҙҙар Мәскәүҙә ойошторолған конкурстарҙа ҡатнашыу хоҡуғын ала. ““Пар алма” – үҙенсәлекле проект. Әлегә тиклем ундай ярыштар бер ҡайҙа ла үткәрелмәгән. Конкурста әсәйҙәр ҡыҙҙары, өләсәйҙәр ейәнсәрҙәре менән сығыш яһай. Иң яҡшы пар илебеҙҙең баш ҡалаһында уҙған абруйлы бәйгегә ебәрелә. Ярышта ҡатнашыусылар өсөн сикләүҙәр юҡ. Конкурс ғаилә ҡиммәттәрен, берҙәмлек һәм дуҫлыҡты пропагандалау сараһы булып тора”, - тип белдерҙе ойоштороусыларҙың береһе Айгөл Үтәгәнова.




