“Иҙиәтуллин” крәҫтиән-фермер хужалығы уңыштары

Дамир Иҙиәтуллин 1992 йылда Шишмә районы Тәпәреш ауылында фермер-крәҫтиән хужалығын асып ебәрә. Предприятие йылҡысылыҡ менән шөғөлләнә. Шулай уҡ бында һыйыр малы, боландар һәм ҡош-ҡорттар үрсетелә.

“Иҙиәтуллин” крәҫтиән-фермер хужалығы уңыштары
Фото №1 - “Иҙиәтуллин” крәҫтиән-фермер хужалығы уңыштары

Крәҫтиән-фермер хужалыҡ етәксеһе Дамир Иҙиәтуллин:

-        Хужалыҡ бөгөнгө көндә 2 мең 1 йөҙ гектар һөрөнтө ерен эшкәртә. 300-ҙән ашыу йылҡы малы бар. Шулай уҡ ит һәм абориген тоҡомло һыйыр малы аҫрала, павлин һәм фазандар үрсетелә.

Дамир Иҙиәтуллин фермер хужалығы нигеҙендә “Экопрод” кооперативы булдырылған. Унда йылҡы ите, ҡаҙылыҡ һәм ярымфабрикаттар, ҡымыҙ етештерелә.

- Ауылда фермерҙар күп. Улар менән бергә кооператив ойошторҙоҡ. Үҙебеҙ етештергән 30-ҙан ашыу төрлө  продукцияны халыҡҡа тәҡдим итәбеҙ. Өфө ҡалаһында 10 –дан ашыу һатыу нөктәһе бар.

 Әлеге көндә хужылыҡ агротуризм йүнәлешенә өҫтөнлөк бирә. Предприятие Рәсәй ауыл хужалығы министрлығы ойошторған “Агротуризм” конкурсында еңеү яулаған. “Йола. Башҡорт ғөрөф-ғәҙәттәре”  проект федераль грантҡа эйә булған. Тәпәреш ауылы эргәһендә урынлашҡан комплекста туристар өсөн ял программаһы ойошторолған, йәшәү шарттары булдырылған. 

-        2021 йылдан алып, агротуризм менән шөғөлләнәбеҙ. “Йола. Башҡорт ғөрөф-ғәҙәттәре”  исемле. Бында ял итергә килгәндәрҙе 5 ҡунаҡ өйөнә урынлаштырып, уларға ҡарағай урманына сәйәхәт, атта һыбай йөрөргә, ҡымыҙ етештергән фермаға барып, был шифалы эсемлекте тәмләргә лә тәҡдим итәбеҙ.  

Дамир Иҙиәтуллин йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Республика ауыл хужалығы профсоюздар ойошмаһында тора. Крәҫтиән-фермер хужалығы махсус хәрби операциялағы яугирҙарға даими ярҙам күрһәтә. Дамир Иҙиәтуллин республиканың башҡа фермерҙары кеүек үк Өфөлә уҙған “Агрокомплекс” форумында һәм халыҡ-ара күргәҙмәлә ҡатнашырға ниәтләй.  Ҙур сара 18 мартта башлана һәм 3 көн бара.

-        “Агрокомплекс” форумында һәм халыҡ-ара күргәҙмәлә йыл да ҡатнашабыҙ. Яңы ҡоролмалар менән танышабыҙ, килешеүҙәр төҙөйбеҙ. “Экопрод” кооператив продукцияларын – ҡымыҙ, ҡаҙылыҡ һәм башҡа аҙыҡ-түлекте халыҡҡа тәҡдим итәбеҙ.

 “Иҙиәтуллин” крәҫтиән-фермер хужалығы республикала алдынғылар иҫәбендә. Улар етештергән экологик яҡтан сифатлы һәм файҙалы аҙыҡ-түлеккә , агротуризм йүнәлешенә лә ҡулланыусыларҙың һорауы ҙур.  

#АгроВкомплексе #АПКмоимиглазами

Автор: Динара  Сафина  

Фото №2 - “Иҙиәтуллин” крәҫтиән-фермер хужалығы уңыштары
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ