Нур Күсәрбаев Хәйбулла районы Иҫәнгилде ауылынан. Ул 2017 йылдан йылҡысылыҡ менән шөғөлләнә. Хужалыҡта башҡорт тоҡомло аттар үрсетелә.
Фермер Нур Күсербаев:
- Юл фажиғәһенә осрағандан һуң, Сибай ҡалаһынан тыуған яҡтарға ҡайтырға тура килде. Хәйбуллала йылҡысылыҡ менән шөғөлләнергә булдым. Электән атай-олатайҙар аттар тотто. Бәләкәйҙән ат яратып үҫтем. Үҙемдең 2-3 баш йылҡым бар ине. Күрше-тирә ауылдарҙың йылҡыларын көтөүгә алдым. Яйлап аттар үрсетә башланым.
2024 йылда ойошторолған “Башҡорт аты” фестивале Нур Күсәрбаев өсөн уңышлы һәм иҫтәлекле булды. Ҡымыҙ фестивалендә эшҡыуар етештергән шифалы эсемлек иң яҡшыһы тип табылды.
- Бөгөнгө көндә үҙемдең 100 баш йылҡым бар. 4 йыл элек бейәләрҙе һауа башланыҡ, ҡымыҙҙы һатыуға сығарабыҙ. Көҙ йылҡы итен һораусылар күп.
Нур Күсәрбаев йылҡы ите һәм ҡымыҙ етештереүҙән тыш, ат спортында ла һөҙөмтәгә ирешергә ниәтләй. Ул 2024 йылда “Башҡорт аты” халыҡ-ара фестивалендә “Ылаҡ” уйынында ҡатнашты. Нур Күсәрбаев етәкләгән команда 2-се урын яуланы.
- Башҡортостандың йыйылма командаһында 4 район ҡатнашты. Баймаҡ, Хәйбулла, Әбйәлил, Бөрйән районы ир-егеттәре. Уйын менән ҡәнәғәт ҡалдыҡ. Үҙебеҙҙең районда ла “Ылаҡ” командаһы төҙөнөк. Ат ярыштарында ҡатнашабыҙ, яҡшы һөҙөмтәләргә ирешәбеҙ.
Хәйбуллала 3 мең ярым йылҡы малы иҫәпләнә. Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов белдереүенсә, йылҡысылыҡты үҫтереүгә йүнәлтелгән махсус программаны хужалыҡтар уңышлы файҙалана.
Хәйбулла район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов:
- Программа тоҡомло башҡорт айғырҙарын һатып алыуға, ҡарауға, уҡытыуға киткән сығымдарҙың 50 процентҡа тиклем ҡаплауҙы күҙ уңында тота. Йылҡы үрсетеү менән 20-гә яҡын крәҫтиән-фермер хужалыҡ шөғөлләнә. Район хакимиәте ярҙамында ат спорты үҫешә. Район йылҡысылары республика сараларында әүҙем ҡатнаша.
Нур Күсәрбаев кеүек йүнселдәр һәм йылҡысылыҡҡа дәүләт ярҙамы булғанда уңыштар оҙаҡ көттөрмәҫ.
#АгроВкомплексе #АПКмоимиглазами
Автор: Динара Сафина.





