Башҡортостанда һауа торошо ҡапыл йылытты


Бөгөн термометр бағанаһы 3 градусҡа тиклем күтәрелде. Синоптиктар фаразы буйынса, алдағы көндәрҙә уртаса тәүлек температураһы норманан 3-9 градусҡа юғары буласаҡ. Төбәктәрҙә урыны менән ямғыр яуып, ҡарҙың әүҙем иреүенә булышлыҡ итәсәк. Һөҙөмтәлә дала һәм тау йылғаларында һыу кимәле күтәрелеүе, уйһыулыҡтарға һыу йыйылыуы ихтимал. Аҙна аҙағында һауа температураһы 7 градусҡа тиклем йылытыр тип көтөлә.

Башҡортостанда бөтәһе 27 муниципаль берәмектә 67 хәүефле участка контролдә тотола. Бер үк ваҡытта боҙ тығылыу хәүефе янаған урындарҙа шартлатыу эштәре дауам итә. Бөгөн белгестәр Архангел районына сыҡты. Улар Оҙондар ауылы эргәһендәге Инйәр йылғаһында тротил шашкалары урынлаштырҙы. Был эш барыһы ла йылғала боҙ тығындарын булдырмау, ауыл-ҡасабаларҙы һыу баҫыуҙан һаҡлау, урындағы халыҡтың ғүмерен һәм мөлкәтен һаҡлап ҡалыу өсөн башҡарыла. Уҙған аҙнала шартлатыу эштәре Шишмә районының Өршәк буйындағы ауылдар эргәһендә үтте.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ